0%

Уф!”-тимәнем. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
"Уф!”-тимәнем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 19.03.2014.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Яҙмыш байтаҡ аяҡ салды-
Һөрлөкмәнем,
Йәштәремде йотһам – йоттом,
“Уф!”-тимәнем.

Үлем менән көрәшкәндә
Бирешмәнем,
Урттарымды сәйнәп түҙҙем,
“Уф!”-тимәнем.

Яҡындарымды ерләнем-
Бөгөлмәнем.
Йәшәр өсөн көстәр таптым,
“Уф!”-тимәнем.

Бәхетемдән көлә-илай
Йәштәр түкһәм,
Ғәйепләмәгеҙ, шатлыҡтан
“Уф!”-тип әйтһәм.